МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 16 апреля 2026 г.
💫Беҙ иҫләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ! 📜⭐
💫Беҙ иҫләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ! 📜⭐ ✨Бөгөн Иҫәнғол ауылындағы йәштәр киңлегендә «Беҙҙең ғаилә хәтер китаптары» Бөтә Рәсәй йәштәр акцияһының муниципаль этабы үтте. ✨Был мөһим сарала беҙҙең гимназияның директор кәңәшсеһе Абдуллина М.Б. 5-се класс уҡыусылары (кл.ет.Солтанова Р.А.) менән ҡатнашты. Балалар үҙҙәренең ҡартайҙары, ҡәрсәйҙәре һәм өләсәйҙәре — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Һәр бала үҙ ғаиләһенең тарихын, яҡындарының ҡаһарманлығын барланы. Беҙ үҙебеҙҙең геройҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Уларҙың исеме һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. #Навигаторыдетства #Акция#«Наши семейные книги памяти» #БГИ