МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 17 апреля 2026 г.
Бөгөн беҙҙең гимназияла тел байрамы гөрләп үтте. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының...
Бөгөн беҙҙең гимназияла тел байрамы гөрләп үтте. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме һәм Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу көнө уңайынан, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа байрам кәйефендә генә түгел, байрамса кейемдә инеләр. Гимназияла диктант яҙыу өсөн дә уңайлы бүлмә әҙерләнгәйне. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҙур теләк менән акцияға ҡушылдылар. Бар гимназия менән халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың әҫәренән алынған “Беҙҙең көс” исемле тексты оло ҡыҙыҡһыныу һәм тулҡынланыу менән яҙҙыҡ. Диктант яҙыуҙа бөтәһе 160 кеше ҡатнашты. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн бирелгән, илһөйәрлекте күрһәткән был тексты яҙғанда, һәр кем бөгөнгө сараның мөһимлеген аңлап, үҙенең ошонда ҡатнаша алыуы менән ғорурланды. Ерҙә кеше йәшәй икән, Теле лә йәшәй, – тигән шиғыр юлдарына ауаздаш булды бөгөнгө был матур көн. Йәшәһен туған телебеҙ! Фотоларҙы түбәндәге ссылка аша ҡарарға мөмкин vk.ru/album-224256762_3106...