МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 18 апреля 2026 г.
💫«Был донъяны һаҡла!» — ошо девиз аҫтында район кимәлендә конкурс үтте. Тәбиғәтте һаҡл...
💫«Был донъяны һаҡла!» — ошо девиз аҫтында район кимәлендә конкурс үтте. Тәбиғәтте һаҡлау, уның матурлығын һәм байлығын киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында ойошторолған был сарала беҙҙең гимназия уҡыусылары ла һынатманы. 🏆 Гимназиябыҙ исеменән 7-се класс уҡыусылары командаһы сығыш яһаны. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең белемен, оҫталығын һәм тәбиғәткә булған оло һөйөүен күрһәтте. Команданы бәйгегә биология уҡытыусыһы Абдуллина М. Б. әҙерләне. Команданы призлы урын менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! Был донъяны бергәләп һаҡлайыҡ! 🌍✨ #Гимназия #РайонКонкурсы #БылДонъяныҺаҡла #Экология #ЙәшБиологтар #Башҡортостан