МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 13 января 2026 г.
Рәхмәтлебеҙ! — 13 января 2026 г. в 16:48:08.703
Рәхмәтлебеҙ! 💫💫💫Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында саңғы спорты ныҡ үҫешкән. Был спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған балаларҙың һаны ла йылдан-йыл арта бара. Күнекмәләрҙе физкультура уҡытыусыһы, тәжрибәле саңғысы Йәғәфәр Йәдкәр улы Хәсәнов үткәрә. Ул бында утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп еңеүсе командалар әҙерләгән. Уның уҡыусылары, район, зона, республика ярыштарында призлы урындар яулап, гимназия данын арттыралар. 💫💫💫 Саңғыла йөрөү еңел эш түгел. Был спорт сыҙамлылар, көслөләр өсөн. Әммә, саңғыла йөрөргә өйрәнеп, уның файҙаһын тойғандар был спортты ташламаясаҡ. Беҙҙең гимназия уҡыусылары, физкультура дәрестәренән тыш, төштән һуң көн дә саңғыла шөғөлләнә. Трасса бер көн дә буш торғаны юҡ, тәүге ҡар менән уҡыусылар саңғыға баҫалар. Бының өсөн саңғы трассаһын көн дә тиерлек ҡарҙан таҙартып торорға кәрәк. Шуға ла саңғысыларға юл һалыусы ҡорамал алыу мохтажлығы күптән беҙҙе борсой ине. 💫💫💫Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙыусы спонсорҙарыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ Рәхим һәм Дамирҙың ата- әсәһе, Руфина Рашат ҡыҙы һәм Денис Әсҡәт улы Юмалиндар ғаиләһенә гимназия коллективы һәм гимназистар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, эштәрегеҙҙең гел уң барыуын һәм уңыштар теләйбеҙ.

