МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 7 апреля 2026 г.
Беҙҙең уҡыусылар һынатманы! — 7 апреля 2026 г. в 15:54:54.241
Беҙҙең уҡыусылар һынатманы! 💫💫💫Федераль исемлеккә ингән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында “Башҡорт теле” предметы буйынса гимназиябыҙ уҡыусылары йыл һайын бик әүҙем ҡатнаша. Һайлап алыу турын уңышлы үтеп, йомғаҡлау этабында ҡатнашып, уҡыусыларыбыҙ түбәндәге һөҙөмтәләргә ирештеләр: 1. Юланов Аскар – I дәрәжә Диплом, 8-се а класс (уҡытыусыһы Исмәғилева Г.И.) 2. Рәйемғужина Аделина – II дәрәжә Диплом, 11-се класс (уҡытыусыһы Исмәғилева Г.И.) 3. Исмәғилева Гүзәлиә – III дәрәжә Диплом, 8-се а класс (уҡытыусыһы Исмәғилева Г.И.) 4. Мөхәмәтйәнов Нургиз – III дәрәжә Диплом, 9-сы а класс (уҡытыусыһы Дәүләтбаева К. М.) 5. Тулибаева Гүзәл – III дәрәжә Диплом, 10-сы класс (уҡытыусыһы Дәүләтбаева К. М.) 💫💫💫Шулай уҡ һөҙөмтәләр буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде. 8-се а класынан Исмәғилева Гүзәл – «Аманатҡа тоғролоҡ», Сабиров Илшат – «Йәш эҙәрмән»; 9-сы а класынан Атнағолова Руфина – «Йәш эҙәрмән», Йәнбулатова Айгүзәл – «Ижади фекерләү», Хөсәйенова Алтынай – «Йәнем моңо минең - башҡорт теле», Тулибаев Ғәзәиз – «Тыуған телем-иркә гөлөм»; 9-сы б класынан Ваһапов Айнур – «Рухиәт һаҡсылары сафында»; 10-сы кластан Ғәбделмәнова Гөлләриә һәм Хәсәнова Алһыу – «Йәнем моңо минең-башҡорт теле», Самородин Азиз – «Ижади фекерләү», 11-се кластан Йылҡыбаев Искәндәр – «Еңеүгә бер аҙым», Йылҡыбаева Гүзәл – «Туған телем-иркә гөлөм», Ҡыуандыҡова Азалия – «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ», Ильясова Рүзилә – «Йәш эҙәрмән», Ғәлиәнова Илзидә – «Йәш телһөйәр», Тулибаева Нурия – «Аманатҡа тоғролоҡ», Шахмөхәмәтов Илдар – «Ҡанаттар нығытҡанда», Ваһапова Айсулпан – «Тел яҙмышы - ил яҙмышы» номинацияларына лайыҡ булдылар. 💫💫💫Илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларҙы һәм етәкселәре Дәүләтбаева Клара Мырҙәғәли ҡыҙын, Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ. 💫💫💫Әйткәндәй, быйыл олимпиаданың һайлап алыу этабында республиканан 800-гә яҡын бала ҡатнашҡан, уларҙың 346-һы йомғаҡлау этабына үткән. Шулар араһынан 40 уҡыусы беҙҙең гимназиябыҙҙан! Был олимпиаданың еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылары, урыҫ теленән БДИ-ны 75 балдан кәм бирмәгән осраҡта, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителеп, юғары стипендия алып уҡыясаҡтар. Олимпиада һөҙөмтәләре 4 йыл дауамында ғәмәлдә ҡала. Ҙур уңыштар һеҙгә, уҡыусылар!

