МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 6 февраля 2026 г.
💫💫💫Гимназиябыҙҙа Рәсәй Президенты иғлан иткән Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостан ... — 6 февраля 2026 г. в 14:46:31.165
💫💫💫Гимназиябыҙҙа Рәсәй Президенты иғлан иткән Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ҙур, татыу ғаилә йылына арналған сара үтте. Уҡыу йортобоҙҙоң ҙур, татыу һәм төрлө милләт ғаиләләре «Алтын тирмә » уйынында ҡатнаштылар. Һәр ғаилә Оло Ватаныбыҙға бәйле, Башҡортостандың әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәбиғәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, халҡыбыҙҙың йола-традициялары, ижады буйынса белемдәрен күрһәтте.Тамашасылар гимназистарыбыҙҙың, уларҙың зирәк ата-әсәләренең, ҡартатай-оләсәйҙәренең тапҡыр яуаптарына, милли рухлы, белемле булыуҙарына һоҡланып ултырҙылар. Һәр сығыш, һәр тур гимназия уҡыусыларының дәртле, талантлы йыр, бейеүҙәре менән ҡеүәтләнде. Һәр ҡатнашҡан ғаилә кисәгә йә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар, йә башҡарылған бейеүе менән йәм өҫтәне. Үрген ауылынан килгән биш балалы Искәнйәровтарҙың ҙур ғаиләһе уйындың еңеүселәре булды. Башҡа фотоларҙы ошо түбәндәге һылтанма аша инеп ҡарай алаһығыҙ: vk.ru/album-224256762_3098...

