МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 27 марта 2026 г.
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында дүртенсе тапҡыр "Бураҡаева уҡ... — 27 марта 2026 г. в 12:44:18.076
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында дүртенсе тапҡыр "Бураҡаева уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Урал батыр атлы данлы зат вариҫтарын йыйған был рухлы ҡор "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереүҙән башланды. Артабан Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, ырамлы йыйын теләне, ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева ҡунаҡтарға сәләмләү, Дәүләт Думаһы депутаты, республика атайҙар ҡоро рәйесе Зариф Зәкир улы Байғусҡаров теләктәр менән бәйләнешкә сыҡтылар. Мәғариф министрлығы исеменән милли мәғариф идарылығының дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы Усманова, "Аҡ тирмә" милли мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Быйылғы "Бураҡаева уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы "Ил ырыҫын табырға Атаң һиңә ҡот бирҙе” тигән ҡанатлы һүҙҙәр аҫтында үтте. Ватаныбыҙҙы ҡурсалап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман егеттәребеҙҙең сәләмдәре, ил-йортто эстән нығытып, үҙ ерендә донъяһын бөтәйтеп, көслө, күсле ғаиләһен хәстәрләгән йүнселдәрҙең, булдыҡлы, белемле йәш быуын тәрбиәләгән остаздарҙың, ҡыҫҡаһы, Урал батыр аманатын күңелендә йөрөткән ысын ир-уҙамандарының төплө, рухлы һүҙҙәре яңғыраны был оло йыйында. Гимназияның рухлы, талантлы егет-ҡыҙҙарының һәм гимназия директоры Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙының сығышынан һуң, конференцияла ҡатнашыусылар секция ултырыштарына, оҫталыҡ дәрестәренә таралды. Пленар ултырыштағы сығыштарҙы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Сара аҙағында викторина һорауҙарына яуап биреүсе педагогтарға, ойоштороусыларға һәм әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Рух байрамы "Атайҙарыбыҙ улдарын арыҫланға мендерһен, әсәйҙәр ҡыҙҙарыбыҙҙы Һомайҙай үҫтерһен", тигән кинәйәле, ҡанатлы һүҙҙәр һәм атайҙарҙың, уландарҙың матур сығышы менән тамамланды. Фотоларҙы түбәндәге ссылка аша ҡарарға мөмкин vk.ru/album-224256762_3103...

