МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 31 января 2026 г.
🔥🔥🔥Беҙ – ТОП-5 исемлегендә! — 31 января 2026 г. в 14:07:58.274
🔥🔥🔥Беҙ – ТОП-5 исемлегендә! 💫Беҙҙең Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты, үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән ауыл мәктәптәре араһындағы "Иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмаһы – 2025" конкурсында лауреат тип табылды! Бәләкәй генә ауыл гимназияһының ҙур еңеүе был! Бындай юғары баһаға беҙ өс йыл рәттән лайыҡ булдыҡ! Шулай уҡ китапханабыҙҙы китаптар менән тулыландырыу өсөн 10 меңлек Сертификат менән дә бүләкләндек. 💫Быйыл был награданы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы тапшырҙы. Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауҙары өсөн мәғариф министрлығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! 💫Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, гимназистар һәм ата-әсәләр! Барығыҙҙы ла ҙур уңышыбыҙ менән ҡотлайым! Был еңеүҙә һеҙҙең һәр берегеҙҙең өлөшө бар! Был – беҙҙең берҙәмлегебеҙҙең, дөйөм эште аңлап, маҡсатлы рәүештә алып барыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе! Быйылғы уҡыу йылының да уңыштарға, еңеүҙәргә бай булыуын теләйем!

