💫Йыл һайын үткәрелә торған «Йәгеҙ әле ҡыҙҙар» конкурсы күңелдәрҙә матур эҙ ҡалдырҙы. — 6 марта 2026 г. в 11:38:03.159
💫Йыл һайын үткәрелә торған «Йәгеҙ әле ҡыҙҙар» конкурсы күңелдәрҙә матур эҙ ҡалдырҙы. 💐Бөгөн гимназияла 9-11 класс уҡыусылары араһында көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы, мауҡтырғыс сара үтте. Ҡыҙҙар зирәклек, ижад, сәхнә оҫталығы һәм башҡорт мәҙәниәтен белеү буйынса көс һынашты. 💯Ҡыҙҙар, һеҙ — афариндар! Һеҙ иң-иңдәребеҙ! Артабан да гел шулай еңеүгә ынтылығыҙ, матурлығығыҙ менән доньяны яҡтыртығыҙ. Һеҙ бөгөн иҫбат иттегеҙ: беҙҙең гимназия ҡыҙҙары сибәр генә түгел, улар — аҡыллы, оҫта һәм һәләтле лә!💐💐💐

