Бөгөн гимназиябыҙҙың ҡәҙерле ҡарлуғастары — 11, 9 А һәм 9 Б класс уҡыусылары өсөн һуң...
Бөгөн гимназиябыҙҙың ҡәҙерле ҡарлуғастары — 11, 9 А һәм 9 Б класс уҡыусылары өсөн һуңғы мәктәп ҡыңғырауы сыңланы. Был тауышта балалыҡ йылдарының шатлығы ла, кесе йәштән бергә үҫкән дуҫтар менән хушлашыу моңо ла, киләсәккә булған яҡты өмөттәр ҙә яңғырай. 💫Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Уҡыу йылдарында алған белемдәрегеҙ һеҙгә тормошта ныҡлы терәк булһын. 💫 Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа гимназияғыҙҙы, уҡытыусыларығыҙҙы онотмағыҙ. Үрҙәрегеҙ бейек, бәхетегеҙ тулы булһын!
314 просмотров