🚀💫🚀12 май Өфөләге донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йо... — 15 мая 2026 г. в 07:27:41.780
🚀💫🚀12 май Өфөләге донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокка 9-11 класс уҡыусыларының асыҡ вуз - ара олимпиадаһында иң юғары балл йыйған еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. 🚀💫🚀Республиканың төрлө мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар араһында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусылары Ильясова Рүзилә менән Мусина Гөлфиә лә бар. Улар йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса бүләкләнделәр. 🚀💫🚀Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусылары Хәлитова Азалия Ғәйфулла ҡыҙын олимпиадалағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Афариндар! Артабан да ҙур еңеүҙәр һеҙгә!

