🚀💫🚀 13 майҙа баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Мәғари... — 14 мая 2026 г. в 06:15:19.273
🚀💫🚀 13 майҙа баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Сараға күп йылдар дауамында Юрий Гагарин кубогы олимпиадаһында мәктәп кураторы булып эшләгән мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. 🚀💫🚀 Был мәртәбәле сарала Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының инглиз теле уҡытыусыһы Мәхийәнова Гөлфиә Дамир ҡыҙы ҡатнашты һәм рәхмәт хаты менән тәбрикләнде. Лайыҡлы наградағыҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ҙур уңыштар юлдаш булһын!💐💐💐

