🎗️Хәтер тере — Еңеү мәңгелек! — 8 мая 2026 г. в 09:51:18.757
🎗️Хәтер тере — Еңеү мәңгелек! Беҙҙең Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында Оло Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы һәм патриотик саралар уҙҙы. Был көн — һәр беребеҙ өсөн изге, һәр йөрәккә яҡын байрам. Батырҙарыбыҙҙың даны һүнмәй, хәтер ебе өҙөлмәй! Байрам айҡанлы гимназиябыҙҙың һәр мөйөшөндә хәтер уттары ҡабынды: ⚡Махсус стенд -"Хәтер стенаһы" булдырылды — унда һәр уҡыусы үҙенең ҡаһарман олатай-өләсәйҙәренең фотоһын ҡуйып, уларҙың исемен ололай алды. Геройҙар һәр ваҡыт беҙҙең менән бер сафта! ⚡"Еңеү тәҙрәһе" акцияһына ла уҡыусыларыбыҙ ҡушылып,гимназия тәҙрәләрен байрам символдары менән биҙәнеләр. Был матур биҙәктәр — тыныслыҡты һаҡлаусыларға рәхмәт билдәһе һәм байрам кәйефе бүләк итеүсе сағыу күренеш. ⚡Гимназистар китаптар аша тарихҡа сәйәхәт ҡылды.Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа балалар дәһшәтле һуғыш йылдары тураһындағы әҫәрҙәр менән яҡындан танышты. Һәр китап битендә — халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм һынмаҫ рухы. *⚡ Уҡыусыларыбыҙ Еңеү, Батырлыҡ һәм Ватан хаҡындағы иң үткер, тулҡынландырғыс шиғырҙарҙы яттан һөйләнеләр. Балаларҙың сығыштарында илебеҙгә булған оло хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо ярылып ятты. 💫 Экрандарҙан халҡыбыҙҙың ныҡлығын һүрәтләгән фильмдар ҡаранылар, ә музей экспонаттары аша уҡыусылар тарихтың тере тауышын ишеттеләр. ⭐Ойошторолған тематик майҙансыҡта һәр кем иҫтәлекле фотоға төшөп, байрам хис-тойғолары менән бүлеште. ⭐Бөтә саралар бер минут тынлыҡ менән тамамланды. «Үткәндәрҙе белмәгән — киләсәккә балта сабыр», — ти халҡыбыҙ. Беҙ еңеү килтергән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың исемен йөрәктәрҙә мәңгеләштерәбеҙ! 🎊🎖️Еңеү көнө менән, дуҫтар! Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын! ⭐ #ЕңеүКөнө #9Май #МБураҡаеваИсемендәгеГимназия #ОкнаПобеды #ХәтерСтенаһы #БатырлыҡДәрестәре #Башҡортостан #ХәтерБуыны

