МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 19 апреля 2026 г.
🎊«Арғымаҡ» — ижад күгендә беренсе! ✨
🎊«Арғымаҡ» — ижад күгендә беренсе! ✨ Бөгөн Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында «Киләсәккә ос» бәйгеһенең финалы үтте. Был — республиканың иң һәләтле, ҡыйыу һәм етеҙ йәш журналистарын берләштергән майҙан. 🎊М.С. Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының «Арғымаҡ» медиаүҙәге һайлап алыу этабын үткән 11 иң көслө команда араһында һынатманы! 🏆 Беҙҙең команда Гран-при яуланы! Исеменә есеме тура килгән «Арғымаҡ»тар ижад күгендә ысын мәғәнәһендә сапты, үҙенең оҫталығын һәм берҙәмлеген иҫбатланы. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Алда — яңы бейеклектәр һәм ижади уңыштар! Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен! 🔥📸🤝 #КиләсәккәОс #АрғымаҡМедиа #ГранПри #ЙәшЖурналистар