🍁Бөгөн мәктәптә 5-9 - сы кластар өсөн «Көҙгө бал» кисәһе үтте.
🍁Бөгөн мәктәптә 5-9 - сы кластар өсөн «Көҙгө бал» кисәһе үтте. 🍂Һәр класс бик ентекле әҙерләнгән: күҙҙең яуын алырлыҡ матур гөлләмәләр, шулай уҡ йәшелсә,емеш-еләк, тәбиғи материалдарҙан эшләнгән ҡул эштәре - барыһы ла юғары баһаларға лайыҡ булды. Көҙһылыуҙарҙың кейемдәре ентекле уйланылған, күп көс һалынған, бик үҙенсәлекле һәм сағыу булды. Уҡыусылар үҙҙәрен һәләтле, отҡор, фантазияға бай, ижади ҡарашлы икәнен күрһәтте. Баһалама ағзалары һәр класҡа лайыҡлы урындар билдәләне.