✨ Быйылғы уҡыу йылы икенсе класс өсөн ҡыуаныстарға, асыштарға һәм юл йөрөүҙәргә бай бул... — 31 мая 2026 г. в 16:51:16.914
✨ Быйылғы уҡыу йылы икенсе класс өсөн ҡыуаныстарға, асыштарға һәм юл йөрөүҙәргә бай булды. Уның сағыу биттәренең береһе – халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы «Урал батыр»ға арналған бәйгеләрҙә ҡатнашыу. ✨ Гимназиябыҙ директоры Зилә Рәхим ҡыҙының «Бәйгенең мәктәп этабында һәр класс ҡатнашырға тейеш» тигән талабы беҙҙе эҙләнеүгә, әҙерләнеүгә этәргес булды. Уҡыусыларым менән эпосты әҙләп, яйлап ятларға тотондоҡ. Ә бына сәхнәләштереүҙе нисек килештереү мәсьәләһе ҡатмарлыраҡ ине. Бында гимназияның театр түңәрәге етәксеһе Гөлнара Насретдин ҡыҙы Гилманова ярҙамға килде. Ул өҙөктө һайларға, ролдәрҙе билдәләргә ярҙам итте: Йәнбирҙе- Искәндәр, Йәнбикә ( Һомай) - Айсилә, Урал- Кәрим,Шүлгән - Динир. Әҙерлек башланды. Репетициялар, образдар өҫтөндә эш, костюмдар – бөтәһе лә ҙур теләк менән барҙы. Балаларҙың «Бында еңһәк, берәй ергә барабыҙмы?» тигән күҙаллауы бушҡа булманы – урындағы этаптан һуң зональ этапта 2-се урын яуланыҡ һәм төбәк-ара конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдыҡ. ✨" Урал батыр» эпосын тулыһынса яттан белгән, уҡыусылары менән был мәртәбәле бәйгелә инде күп йылдар еңеүҙәргә өлгәшкән тәжрибәле уҡытыусы Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы декорациялар менән ярҙам итеп, кәңәштәре менән терәк булды. Өфөгә юл алдынан икеләнеүҙәр ҙә бар ине: алыҫ юл, балаларҙың бәләкәйлеге, ата-әсәләр ризалыҡ бирерме икән... Әммә уҡыусыларҙың дәрте, Гөлнара Насретдин ҡыҙының тырышлығы, ышанысы, ата-әсәләрҙең ярҙамы – барыһы ла бергә ҡушылды. Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта уҙған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII конкурсының төбәк-ара этабында беҙ 2-се урынға лайыҡ булдыҡ. Шүлгән ролен өҫта уйнаған Хәсәнов Динир Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк менән билдәләнде.👍 💫 Был еңеү – бер команданың, бер рухтың еңеүе. Беҙҙе дәртләндереп тороусы, бәйгегә әҙерләгән Гөлнара Насретдиновнаға, матди ярҙам иткән ата-әсәләргә, автобус менән йөрөткән Фәйҙулла Ғабдулла улына, Искәндәрҙең әсәһе Гөлсинә Ишбулатовнаға ҙур рәхмәт! Директорыбыҙҙың талабын үтәнек, Гөлнара Насретдиновнаның ышанысын аҡланыҡ. Шулай тырыш, ғәмле, рухлы булығыҙ, икенселәрем! Алда тағы ҙур еңеүҙәр көтһөн! ( Класс етәксеһе Г.Ғ.Байрамғәлина)

