✨ 2025-2026 уҡыу йылы ла тамамланды... — 31 мая 2026 г. в 17:19:51.130
✨ 2025-2026 уҡыу йылы ла тамамланды... 4 б класы уҡыусыларының "Һау бул, башланғыс мәктәп! " байрамы үтте. 12 малай, 12 ҡыҙ Әлзирә Мөждәбә ҡыҙы етәкселегендә сараға бик матур итеп әҙерләнгәндәр. Тәү тапҡыр мәктәп ишеген асҡандан алып, 4-се кластың аҙағына килеп еткәнгә тиклем күңелле уҡыу көндәрен иҫкә төшөрҙөләр. 🎉 Класта оҫта бейеүселәр ҙә, матур итеп йырлаусылар ҙа, тасуири итеп шиғыр һөйләүселәр ҙә бар. Балаларҙың йөҙҙәренән шатлыҡ, байрам төҫө бөркөп тора. ✨ 4 йыл буйына уҡыусыларҙы белем баҫҡысы буйлап етәкләп алып килгән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ата-әсәләр балаларҙың һәр бер сығышына ихлас күңелдән ҡул саптылар. Буласаҡ бишенселәргә артабан да шундай татыу, тырыш, талантлы уҡыусылар булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

