29 май 4а класы уҡытыусыларын һәм ата- әсәләрен башланғыс мәктәпте бөтөү айҡанлы 2025-2... — 31 мая 2026 г. в 16:21:31.165
29 май 4а класы уҡытыусыларын һәм ата- әсәләрен башланғыс мәктәпте бөтөү айҡанлы 2025-2026 уҡыу йылында һуңғы тапшырыуҙарына саҡырҙылар. Балалар класс етәкселәре Гөлназ Зиннур ҡыҙы менән байрамға ихлас әҙерләнгәндәр. Зал матур биҙәлгән, ҡыҙҙар болоттар шикелле ап-аҡ күлдәктәрҙә, малайҙар етди ҡараш ташлап тулҡынланып торалар. Ата- әсәләр, өләсәйҙәр: "Ҡасан бәпестәребеҙ үҫеп өлгөрҙөләр?,- тип йылмаялар. Музыка яңғыраны һәм шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр ағылды. Ата- әсәләр ғорурланып, йәшереп кенә йәштәрен һөртөп шатланып ҡаранылар. Директорыбыҙ Зилә Рәхим ҡыҙы балаларҙы башланғыс мәктәбен тамамлау менән ҡотланы, алдағы уҡыуҙарында уңыштар теләп, ата- әсәләр мәктәпкә ҙур терәк икәнен билдәләп үтте. Бишенсе класҡа күскән балаларҙы ҡотлайбыҙ, яҡшы итеп ял итеүҙәрен, алдағы уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ!

