27–30 май Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII конкурсының төб... — 31 мая 2026 г. в 09:11:28.237
27–30 май Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII конкурсының төбәк‑ара этабы үтте. Был сара башҡорт эпосын һаҡлау һәм киң таратыу, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм республика халыҡтарының мәҙәни мираҫын арттырыу маҡсатында ойошторолдо. Белорет районы исеменән Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Белорет лицей-интернаты уҡыусылары сығыш яһаны. Дүрт көн дауамында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм 1–11 класс уҡыусылары эпосты яңғыҙ башҡарыу һәм уны сәхнәләштереү буйынса ярышты. Гимназиябыҙ уҡыусылары был бәйгелә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәргә лайыҡ булды. 💫 «Сәхнәләштереү» бәйгеһендә II урынды 2‑се класс уҡыусылары яуланы (етәкселәре Байрамғәлина Г.Г., Ғилманова Г.Н.). 💫 «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында 2‑се класс уҡыусыһы Хәсәнов Динир бүләкләнде. Эпостан өҙөктө сәхнәләштергәндә Динир Шүлгән ролен башҡарҙы. 💫 «Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар» этабында II урынды 5а класы уҡыусыһы Шәһиязданов Динир, III урынды 8а класынан Мусина Азалия алды (етәкселәре Ҡаһарманова С.М.) 💫 «Урал батыр» эпосы буйынса олимпиадала 8 б класы уҡыусылары Абдуллин Салих - II , Мусина Азалия I урынды яуланылар. 💫 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы уҡыусыларҙы йыл дә юғары кимәлдә бәйгегә әҙерләгәне өсөн махсус номинацияла бүләкләнде. " Урал батыр" төбәк - ара конкурсына әҙерләгән етәкселәр : Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙын, Гөлнара Насретдин ҡыҙын һәм Гөлназ Ғәзиз ҡыҙын, балаларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ.Мәктәп водителе Фәйзулла Ғабдулла улына, уҡытыусы Гөлсинә Ишбулат ҡыҙына, ата- әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Яулайһы уңыштарыбыҙ тағы ла күп булһын! #Уралбатырэпосыкөнө2026 #ДеньэпосаУралбатыр2026 #миллимәғариф

