Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша ... — 17 апреля 2026 г. в 11:48:33.892
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Милли кейемдә баҡорттарҙың һөнәре, йәшәү урыны, ырыуына ҡарап бер береһенән айырмалы үҙенсәлектәре булған. Бөгөн класс сәғәте тап ошо үҙенсәлектәр тураһында булды. #МиллиКейемКөнө2026 #МинМиллиКейемдә #ДеньНациональногоКостюмаРБ2026 #ЯучусьвНацинальномКостюме

