17 апрелдә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. Милли кей... — 17 апреля 2026 г. в 10:17:50.025
17 апрелдә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем халыҡтың характерын һәм донъяға ҡарашын күрһәтә: биҙәктәр һәм орнаменттар тәрән мәғәнәгә эйә, төҫтәр кәйефте һәм ҡиммәттәрҙе сағылдыра, ә үҙенсәлекле элементтар танылып торған символдарға әүерелә. Тамырҙарын, йолаларын, халҡының тарихын, милли мәҙәниәтен ҡәҙерләгән халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә бар. Был көн мәктәптә ысын байрамға әүерелә. Уҡыусылар милли кейемдә дәрес уҡый. Матур күлдәктәр, милли биҙәүестәр дәрестәргә айырым төҫ бирә. Беҙ милли кейемдә уҡыйбыҙ! #МиллиКейемКөнө2026 #МинМиллиКейемдә #ДеньНациональногоКостюмаРБ2026 #ЯучусьвНацинальномКостюме

