8 май Еңеү байрамы алдынан үткәрелгән "Бер минут тынлыҡ" акцияһына Исҡужа башланғыс мәк... — 8 мая 2026 г. в 18:13:14.563
8 май Еңеү байрамы алдынан үткәрелгән "Бер минут тынлыҡ" акцияһына Исҡужа башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы ихлас ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған, тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалып, көнөн-төнөн ал-ял белмәй хеҙмәт иткән, һуғыштан ҡайтып та, алған яраларынан мандый алмай мәрхүм булған олатай-өләсәйҙәрен, шулай уҡ илебеҙҙәге миллионлаған ҡорбандарҙы мәктәптә хөрмәт менән иҫкә алдылар.

