Йомағәле ҡарт ҡартатай. 1942 йылда 18 йәше тулыр-тулмаҫ килеш үҙ теләге менән фронтҡ... — 8 мая 2026 г. в 19:04:09.590
Йомағәле ҡарт ҡартатай. 1942 йылда 18 йәше тулыр-тулмаҫ килеш үҙ теләге менән фронтҡа оҙатыла... Уны 23-сө гвардия уҡсылар дивизияһы 66-сы уҡсылар полкының айырым автоматсылар ротаһына билдәләйҙәр. Һуғыштың әсе-сөсөһөн тулыһынса татырға тура килә рядовой Баязитовҡа - гел йәш һалдаттарҙан торған ротаны hәp саҡ ауыр, хәүефле участоктарға ебәрәләр. Ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған был ҡалҡыулыҡты алыуҙа Йомағәле ҡарт ҡартатай ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә. Бының өсөн ул "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. 1944 йылдың ҡышында Белоруссия ерендә уларҙың частына һаҙлыҡлы ерҙән үтергә тура килә. Ярай, кемдер итек кейгән, ә бына быймалыларға айырыуса ауыр тура килә. Күптәр аяҡтарын туңдыра. Үкенескә ҡаршы, Йомағале ҡарт ҡартатайҙа улар иҫәбендә була... Госпиталдә уның аяҡтарының бармаҡтарын ҡырҡып ташларға мәжбүр булалар. Ә был - шофер һөнәре тураһында уйларға ла ярамай тигән hүҙ... Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәрме әле? Йомағале ҡарт ҡартатайға ла тормош һынауы алдында баш эйергә теләмәйсә, ауылына ҡайтҡас тәүҙә велосипедта, артабан мотоциклда йөрөргә өйрәнә. Ни ғаләмәт, тора-бара аяҡтары элеккеләй борсомай башлай. Шул саҡ ул Хәйбулла районы Һамар ауылындағы автомәктәпкә барырға теүәкәлләй - укырға алыуҙарына өмөт әҙ, әммә тырышып ҡарарға була. Ҡабул итәләр. Күптә үтмәй маҡсатлы егет ҡулына таныҡлыҡ ала, Башмедстройҙа эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул яратҡан һөнәренә тоғро ҡала - был йылдар эсендә уға Йылайыр районын төрлө ойошмаларында эшләргә тура килә. Һәр ерҙә Йомағале ҡарт ҡартатайҙы намыҫлы, тырыш кеше булараҡ таныйҙар, хеҙмәтен бихисап почет грамоталары менан билдәләйҙәр. Шәхси тормошо ла еңел генә ҡоролмай уның. Һөйөклө ҡатыны Хаят 1963 йылда береһенән-береһе кесерәк 7 бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә яҙмыш тағы ла ғаилә бәхете бүләк итә - 1964 йылда Мөслимә исемле ҡыҙ менән никахлаша. Уларҙың уртаҡ биш балалары тыуа. «Бик тура һүҙле, кеше үҙенең ҡурҡмаҫ кеше булды атайым, - тип хәтерләй кесе ҡыҙы Алһыу инәй, - ошо һыҙаты өсөн уны ауылда ололап «прокурор» тип йөрөттөләр. Ниндәйҙер бәхәс килеп сығамы - оло-кесеһе кәңәш hopan уға килә». Кәңәш артынан ғына түгел, ярҙам һорап та күп мөрәжәғәт итәләр ҡарт ҡартатайға. Бигерәк тә, техникаға ҡағылышлы һораузар менән. Ни тиһәң дә, ауылдың иң тәжрибәле шоферы - ул, өҫтәүенә, бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әйткәндәй, шофер һөнәренә ул балаларында ла hөйөү тәрбиәләгән - Салауат, Ғәле һәм Хәсән улдары ғүмерҙәрен ошо һөнәр менән бәйләй, һәр бер ҡыҙына тиклем бөгөн машина йөрөтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡарт ҡартатай ҡул ҡаушырып ултырмай, ауылдың хужалыҡ йортонда ҡарауылсы булып эшләй. Велосипедта йөрөй, яратҡан шөғөлдәре волейбол hәм шахмат уйындарынан да айырылмай. 1993 йылдын 19 авгусында 69 йәшендә ҡаты ауырып мәрхүм булып ҡала. 17 генә йәшендә йәнен аямай, ил һаҡларға сыҡҡан һалдат Баязитов - балалары өсөн өлгө һәм ғорурлыҡ билдәһе. Тарихыбыҙҙың ҡот осҡос биттәре башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине... #ГеройМоейСемьи #НаследникиПобеды #Росмолодёжь #Башмолодёжь

