Дүшәмбелә беҙҙең мәктәптә сираттағы тантаналы линейка үтте. Был көн бигерәк тә яңы ғына...
Дүшәмбелә беҙҙең мәктәптә сираттағы тантаналы линейка үтте. Был көн бигерәк тә яңы ғына урта звеноға аяҡ баҫҡан 5-се класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс булды. Улар үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр мәктәптең флаг сығарыусылар төркөмөндә ҡатнашты. Дәүләт флагын тантаналы рәүештә сығарыу һәм гимн башҡарыу — һәр уҡыусы өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ. Бишенселәр был бурысты бик яҡшы һәм лайыҡлы үтәне. Афариндар! Уҡыусыларыбыҙға артабан да уҡыуҙарында һәм мәктәп тормошонда ҙур уңыштар теләйбеҙ!