Йыл һайын Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Уҡытыусылар көнө...
Йыл һайын Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Уҡытыусылар көнөнә арнап үткәрелгән Дублер көнө быйыл да юғары кимәлдә үтте! 9 - сы класс уҡыусылары бөгөн мәктәптең бөтә тормошон үҙ ҡулдарына алды: 🔹 Математика, география, инглиз теле, башҡорт теле, физкультура һәм башҡа дәрестәрҙән уҡытыусылар түгел, ә беҙҙең лидерҙар алып барҙы. 🔹 Ысын уҡытыусыларыбыҙ иһә бөгөн бер аҙ ял итте, дәрестәрҙе ситтән генә күҙәтте һәм уҡыусыларының уңыштарына ҡуйылған «бишлеләргә» һөйөндө. Был көн һәр бер үҙен уҡытыусы ролендә һынап ҡараусы уҡыусы өсөн уҡытыусы һөнәренең ни тиклем ҡатмарлы һәм мөһим икәнен күрһәтте. Байрам сараһы уҡытыусыларға һәм мәғариф ветерандарына әҙерләгән матур концерт менән тамамланды. Барлыҡ байрам сараһының ойоштороусы Гөлкәй Ғилмитдин ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. #Мәктәп #Үҙидара #Дублер2026 #УҡытыусыларКөнө