Өфөлә бөгөн Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамлана. — 26 июня 2026 г. в 05:20:19.164
Өфөлә бөгөн Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамлана. Өс көн дауамында Рәсәйҙең 47 төбәгенән 1 меңдән ашыу бала һәм үҫмер Өфөнө халыҡ ижадының үҙәгенә әйләндерҙе. Уларҙың сағыу сығыштары, милли кейемдәре һәм йырҙары менән таныштыҡ. Бөгөн Совет майҙанында фестивалде ябыу тамашаһында "Зәйнетдин" этно-шоу проектының сығышы көтөлә. ‼️Маршрутты алдан билдәләгеҙ: фольклориадаға бәйле, баш ҡаланың үҙәк урамдары ябылған.

