Беҙҙең «Һомай» ер шарын яулауын дауам итә! 🌍🎶 — 24 июня 2026 г. в 03:09:17.415
Беҙҙең «Һомай» ер шарын яулауын дауам итә! 🌍🎶 «AY YOLA» төркөмөнөң был хиты хатта Африкаға барып еткән! Интернет киңлектәрендә Африка балаларының ошо дәртле көйгә бейегән видеоһы таралды. Ихлас уҡыусыларҙың бейеүен ҡарау үҙе бер кинәнес. Йыр-моңға кәртәләр юҡ шул, был видео ла сираттағы тапҡыр шуны иҫбатлай.

