Йылдар үткән һайын уңалмай торған яра, ваҡыт оноттормаған хәтер, тарих үҙгәртә алмаған ... — 22 июня 2026 г. в 05:07:47.941
Йылдар үткән һайын уңалмай торған яра, ваҡыт оноттормаған хәтер, тарих үҙгәртә алмаған төшөнсәләр була. 1941 йылдың 22 июне.... Осо-кырыйы күренмәгән 1418 көн – халҡыбыҙ хәтерендә мәңгелеккә ҡалған тетрәндергес көндәр. Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 12:15 сәғәттә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты уҙа. Хәтер һәм ҡайғы көнө һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә 1996 йылда булдырылған. 22 июндә дәүләт флагтары төшөрөлә, хәтер һәм матәм саралары үткәрелә, мемориалдарға һәм хәрби ҡәберлектәргә сәскәләр һалына. Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты 2020 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Уның ваҡыты — Мәскәү ваҡыты менән 12:15 — осраҡлы һайланмаған. Тап ошо ваҡытта эфирға Советтар Союзы граждандарына Германияның СССР-ға һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәт сыҡҡан. #ХәтерһәмҠайғыКөнө

