Әле һыуыта, әле йылыта — 10 марта 2026 г. в 04:56:56
Әле һыуыта, әле йылыта Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән һалҡын ел, йүнәлешен көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -14 -9 градус буласаҡ. Шаршамбы, 11 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -16,-21, көндөҙ -1,-6 градус. 12 мартта, республикала урыны менән ҡар яуа, айырым райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,-7, көндөҙ -1, +4 градус көтөлә.