ИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕ — 3 июля 2026 г. в 05:20:00
ИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕ Мөнирә Ғәли ҡыҙы үҙен сәхнәнән иғлан иткәндәрен түҙемһеҙлек менән көттө. Тамашасылар ана ҡайһылай күп йыйылған, ҡаланың бөтә мәҙәни ойошмаларының етәкселәре килгән. Шулар алдында сығыш яһау үҙе ни тора! Мөнирә Ғәли ҡыҙы хәҙер ябай кеше түгел: күптән түгел ул республиканың юғары исеменә лайыҡ булды – Башҡортостандың халыҡ йырсыһы. Хәҙер уны ҡайҙа ла оло ихтирам менән ҡаршы алалар, иң алғы рәткә ултырталар, иң беренселәрҙән булып һүҙ бирәләр. Ә нисек матур яңғырай бит әле: “Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Мөнирә Сабирова”. Алып барыусы ауыҙынан ошо һүҙҙе ишетергә теләп, май ҡояшылай йылмайып ултыра бирҙе ул. Мөнирә Ғәли ҡыҙы матур итеп урынынан тороуын, шунан артҡа әйләнеп, уны алҡыштарға күмгән тамашасыларға ҡул болғағандан һуң ғына сәхнәгә күтәрелеүен, ҡайнар телмәр тотҡандан һуң йәнә ҡул сапҡан кешеләргә ипле генә итеп, өс тапҡыр баш эйеүен күҙ алдына килтерҙе... https://henek.info/articles/shulay-a-bula/2026-07-02/ikense-ber-pk-l-r-ine-4739285