Венер ИСХАҠОВ Юбилейҙан ҡайтҡас — 2 июля 2026 г. в 10:30:02
Венер ИСХАҠОВ Юбилейҙан ҡайтҡас Юмористик хикәйә Гөлзада ханым кисә юбилейға барҙы. Барҙы тип ни, барҙылар инде. Ире менән бергә. Нормальный кеше шундай ҙур мәжлескә ҡарға кеүек яңғыҙ китеп бармаҫ инде. Иренә әллә ун йыл, әллә ун биш йыл элек алып биргән кәстүмен кейҙереп, галстук тағып, ауыл урамы буйлап ҡултыҡлашып тороп барҙылар. Күрһендәр! Белһендәр! Улар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әкәм-төкәм кешегә китеп бармайҙар. Үҙҙәре кеүек арыу кешеләр менән йөрөшәләр. https://henek.info/articles/++--/2026-07-02/vener-isha-ov-yubiley-an-ayt-as-4739146
30 просмотров