(Сәнскеле сәләм сәпәп) — 30 июня 2026 г. в 05:42:59
(Сәнскеле сәләм сәпәп) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал беҙҙе – «Һәнәк» журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәрен – үҙенең тыуған Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылына алып ҡайтты. Беҙ унда барып, тантаналы шарттарҙа яҡташтарының яҙыусыға арнап ойошторған кабинетын астыҡ. Ауыл халҡының дәрт-дарманы, сағыу таланттары, бындағы ҡайнап торған мәҙәни тормош һоҡландырҙы, ә мәҙәниәт усағы, йәғни ябай клубтың да булмауына аптыраныҡ. Шундай таланттарҙың берсә урамда йөрөүенә, берсә урындағы мәктәп подвалына һыйыныуына һушыбыҙ китте. https://henek.info/articles/shulay-a-bula/2026-06-30/s-nskele-s-l-m-s-p-p-4736318
57 просмотров