⚡️“Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” – Ейәнсурала — 18 июня 2026 г. в 07:25:50.818
⚡️“Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” – Ейәнсурала Бөгөн, 18 июндә, Ейәнсура районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” күсмә зона сараһы үтә. Унда Ейәнсура, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье, Сибай ҡалалары вәкилдәре ҡатнаша. Сара башында 2024-2025 йылдарҙағы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы приз фондын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлгән объект презентацияланды. Билдәле булыуынса, ул ваҡытта Кинйәбулат ауылы "Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында еңеү яулағайны. Приз аҡсаһына унда күп функциялы спорт майҙансығы асылды. #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело #ФСГО #ГрантыГлавыРБ #ЕйәнсураРайоны #ЗианчуринскийРайон