Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: - Хөрмәтле ватандаштар! Һеҙҙе Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 452 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Рәсәй көнө – мөһим дәүләт байрамы, хәҙерге тарихи шарттарҙа айырым мәғәнәгә эйә. Бөгөн ул илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон; уның артабан нисек үҫешәсәген билдәләү хоҡуғын; донъяға ҡарашыбыҙҙан, йолаларыбыҙҙан һәм инаныуҙарыбыҙҙан сығып, алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы бергәләп хәл итеү теләген символлаштыра. Бөгөн Рәсәй - киләсәккә ышаныслы ҡараған көслө һәм ҡеүәтле дәүләт. Беҙ күп быуатлы Рәсәй дәүләтселеге һәм бөйөк дәүләтебеҙҙе барлыҡҡа килтергән, төрлө яҡлап нығытҡан, мәнфәғәттәрен яҡлаған һәммә быуындар алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн ошо һүҙҙәр айырыуса көнүҙәк яңғырай: Рәсәй төрлө, Рәсәй берҙәм! Күп милләтлелек – Рәсәйҙең нигеҙе, һәр милләт дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Башҡорттар, башҡа халыҡтар кеүек, был төрлөлөктөң мөһим өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ илебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплы: тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлап, дәүләтебеҙҙе нығытыу, үҫтереү кеүек дөйөм маҡсаттарға үҙ өлөшөн индерә. Ҡеүәтле илдең бер өлөшө булараҡ, Башҡортостан уның үҫешенә һәм сәскә атыуына тос өлөш индерә. Төбәк халҡы тыуған яғын ихлас ярата, фиҙакәр хеҙмәт итә, тыуған еренең, унда йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлеген һәм уникаль мәҙәниәтен һаҡлай. Республикала дөйөм ынтылыш менән тыныслыҡ һәм татыулыҡ тантана итә. Илһөйәр, берҙәм һәм маҡсатлы халҡыбыҙ – ғорурлыҡ сығанағы. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға - Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Бөгөн улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Яугирҙәрҙе тыуған ерҙә еңеү менән көткән ғаиләләргә лә иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ һәм Ватанды һаҡлаусылар мотлаҡ еңеү менән тыуған ергә имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар! Барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һәр берегеҙгә именлек һәм һаулыҡ, республика һәм илебеҙ мәнфәғәтендә ҙур уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем! Барығыҙға ла ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, уңыштар һәм изгелек теләйем!