✏️Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада 5–7 октябрҙә үтәсәк — 1 октября 2026 г. в 10:50:14.393
✏️Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада 5–7 октябрҙә үтәсәк 5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен тикшерә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныша һәм һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат ала. Олимпиада башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Һорауҙар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һәм өс йүнәлешкә бүленгән: 1. Башланғыс кимәл - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; 2. Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; 3. Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн. Тулыраҡ мәғлүмәт basholimpiada.ru/ сайтында. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды. #БашҡортТеленәнОлимпиада2026 #ФСГОРБ #БашҡортТеле #БашФонд #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай