💐Бөгөн матур байрам – хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппарат... — 9 сентября 2026 г. в 04:54:41.259
💐Бөгөн матур байрам – хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ тыуған көнөн – 70 йәшен билдәләй. Һеҙ – бар ғүмерегеҙҙе халҡыбыҙ мәнфәғәттәренә, тарихыбыҙға арнаған шәхес. Рухи ҡиммәттәребеҙ, милли тамырҙарыбыҙ һаҡланһын, үҫһен тигән маҡсатта айырыуса йәш быуын менән эҙмә-эҙлекле ҙур эш алып бараһығыҙ. Студенттарығыҙ араһында һеҙҙең юлды дауам иткәндәрҙең күп булыуы, рухлы, илһөйәр, телһөйәр быуын тәрбиәләүегеҙ - оло хеҙмәтегеҙҙең аныҡ сағылышы. Һеҙҙе шул ҡәҙәр ихлас, ярҙамсыл булыуығыҙ өсөн хөрмәт итәбеҙ. Күңел көрлөгө, яҡшы кәйеф үҙегеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Артабан да әлегеләй һоҡландырып, өлгө булып, беҙгә, халҡыбыҙға терәк-таяныс күрһәтеп йәшәгеҙ. Яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр насип итһен! #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ҡотлау