🍁Көҙгө калейдоскоп — 27 сентября 2026 г. в 06:57:54.708
🍁Көҙгө калейдоскоп Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Яңы Мишәр ауылында «Көҙгө калейдоскоп» уңыш байрамы үткән. «Сараға йәш килендәр айырым бер йәм өҫтәне. Улар жюри һәм тамашасылар иғтибарына күҙҙең яуын алырлыҡ бай табын тәҡдим итте: өйҙә бешерелгән икмәк-ҡамыр ризыҡтары, тоҙламалар, яңы йыйылған йәшелсә һәм емеш-еләк — көҙҙөң бөтә байлығы ла, һөйөү менән үҫтерелгән уңыш та өҫтәлдәрҙә ине", тиелә яҙмала. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башкиры