Әсәйҙәр генә көтәләр,
Әсәйҙәр генә көтәләр, Әсәйҙәр генә күнмәй. Әсәйҙәрҙең бер ҡасан да Өмөт шәмдәле һүнмәй. Әсәйҙәр генә кисерә, Әсәйҙәр ғафү итә. Ожмах ҡапҡаһынан инмәй Кем әсәһен рәнйетә. Әсәйҙәр генә ярата Һуңғы һулышынаса. Балаһы өсөн доғаһы Йәннәт ҡапҡаһын аса. Әсәйҙәр онотмай һис тә, - Бер сырағы ҡырҡ яныр. Әсәй кеше балаһына Изге йән булып ҡалыр. Гөлназ ҠОТОЕВА.
657 просмотров