🌲🌳 «Йәшел Башҡортостан» көҙгө экологик акцияһы күркәм йолаға әйләнде. Был мөһим сара ...
🌲🌳 «Йәшел Башҡортостан» көҙгө экологик акцияһы күркәм йолаға әйләнде. Был мөһим сара бергәләп тыуған ҡалабыҙҙы, районыбыҙҙы тағы ла йәшеллерәк, таҙараҡ һәм уңайлыраҡ итергә булышлыҡ итә. Барығыҙҙы ла иртәгә, 26 сентябрҙә үтәсәк ошо акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ. 📍 Был көндө Крылов һәм Лев Толстой урамдары сатында (19-сы мәктәптең Крылов урамы, 31-се йорт адресы буйынса урынлашҡан 2-се корпусы янында), шулай уҡ Стаханов урамындағы 186-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан «Юрматы» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тирәләй ағастар ултыртыласаҡ. Бынан тыш, йәшелләндереү саралары Ағиҙел йылғаһы яр буйында, Космонавтар урамындағы 8-се һәм 10-сы йорттар янында (яр буйының үрге майҙансығында), Губкин урамы һәм Ленин проспекты аллеяларында, шулай уҡ Йәштәр урамындағы 11-се йортҡа ҡаршы урында ойоштороласаҡ. 👍 Акцияға бөтә ғаиләгеҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән ҡушылығыҙ! Ҡалабыҙҙы бергәләп йәшелләндерәйек!