Ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры, ҡала биләмәһе депутаттар Советы рәйесе, Ишембай районы ...
Ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры, ҡала биләмәһе депутаттар Советы рәйесе, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов тауыш биреүҙә ҡатнашты һәм һәр кемде ситтә ҡалырға түгел, ә һайлау участкаларына килеп, үҙ кандидатына тауыш бирергә саҡырҙы. - Беренсенән, һайлауҙар - ул үҙ позицияңды белдереү һәм ил киләсәгенә өлөш индереү мөмкинлеге. Икенсенән, беҙҙең ярҙамыбыҙ һәм ышанысыбыҙ менән иң лайыҡлылар һайланасаҡ. Өсөнсөнән, беҙҙең тауыш алғы һыҙыҡта көрәшкәндәр өсөн бик мөһим. Ватан һаҡсылары улар артында тотош ил торғанын тойорға тейеш, - тип белдерҙе Салауат Ғафур улы. Һайлаусы, бындай сараларҙың Рәсәйҙә - Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында үтеүе бик мәслихәт, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Айһылыу ВАХИТОВА. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026