😊👍 Ишембайҙың күп балалы ғаиләләре өлгө күрһәтә
😊👍 Ишембайҙың күп балалы ғаиләләре өлгө күрһәтә Райондаштар өсөн тауыш биреү — быуындарҙы берләштереүсе күркәм бер йола. Күп балалы Гончаренко ғаиләһе һәр ваҡыт әүҙемлеге менән айырылып тора. Был юлы ла улар тыуған яҡтың киләсәге өсөн бергәләп тауыш бирҙе. — Тәүге тапҡыр мин 18 йәшемдә, Силәбелә уҡып йөрөгән студент сағымда тауыш бирҙем. Шул ваҡыттан алып һәр саҡ һайлауҙарҙа ҡатнашам, сөнки илебеҙҙең киләсәге беҙҙең әүҙемлеккә бәйле, — тип билдәләне Роза Гончаренко (Казанова). — Бөгөн беҙ, ирем менән тауыш биреү процедураһының нисек үтеүен күрһәтеү өсөн, балаларыбыҙҙы ла үҙебеҙ менән алдыҡ. Денис Гончаренко, ҡатынының фекерен хуплап, быуындар күсәгилешлегенең мөһимлеген билдәләне: — Ата-әсәйебеҙ һәр саҡ тауыш бирә ине һәм был ғәҙәтте беҙгә лә һеңдерҙе. Мин ошо көндәрҙә генә вахтанан ҡайттым. Тыуған ҡаламда үҙ һайлауымды яһай алыуыма бик шатмын. Тауыш биреү — ул хоҡуҡ ҡына түгел, ә илебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кешенең гражданлыҡ бурысы. Балаларыбыҙ менән ейәндәребеҙҙең ниндәй йәмғиәттә йәшәйәсәге тулыһынса беҙҙең һайлауға бәйле. Гончаренко кеүек ғаиләләрҙең был эшкә өлөш индереүе — киләсәк өсөн һәр беребеҙҙең яуаплы икәнен һәм битараф түгеллеген раҫлай. Ирина Вахонина фотоһы. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026