❗️ 1 октябрҙән республикала балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрә
❗️ 1 октябрҙән республикала балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрә Иртәгәнән Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте режимы ғәмәлгә индерелә. Тимәк, балаларға 22.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре менән генә йөрөргә рөхсәт ителә. Әгәр баланы полиция хеҙмәткәрҙәре тотһа, уның ата-әсәһе йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ата-әсәгә йәки законлы вәкилгә административ протокол төҙөлә һәм бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ҡарауға ебәрелә.