Ауылыбыҙ ысын мәғәнәһендә паспортлы булды.
Ауылыбыҙ ысын мәғәнәһендә паспортлы булды. Аллаһ Тәғәлә был ҡоролмаға, Аҙнай олатайҙың, уның вариҫтарының рухтарын шатландырып, юлаусыны һоҡландырып, һәр сәфәребеҙҙә Фатихаһын биреп оҙатып ҡалып, беҙҙең сәфәребеҙҙән иҫән-һау ҡайтыуыбыҙҙы шатланып ҡаршы алырға насип итһен. Был ҡоролманы ҡағыҙҙан асылына ҡайтарыуҙа ҡатышҡан барлыҡ кешеләргә рәхмәт! Ошо матур ҡоролманың һыҙмаһын эшләүсе Хәйҙәр ҡустыға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек. Ошо һыҙманы ысынбарлыҡҡа әйләдереүсе «Өфө гидромаш заводының» генераль директоры Әнүәр Шәрәфулла улына Аллаһү Тәғәләнең рәхмәте насип булһын. Эре заводтың иң ҙур вазифаһын биләп, ябай ауыл кешеһе булып ҡала алғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Боронғоларҙың "Тыуған ерҙән- төшкән ер" тигән мәҡәленә тоғро ҡалып, ауылыбыҙ өсөн янып йөрөгән- иманлы, һөйкөмлө, ябай Фәниә киленебеҙгә ҙур рәхмәт. Ауылыбыҙ өсөн башҡарған барлыҡ изге ғәмәлдәрегеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ҙурлаһын, беҙ оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙе ошолай тәрбиәле итеп үҫтергән ата-әсәләрегеҙгә ҙур рәхмәт! Туранан-тура был эштә ҡатнашҡан завод эшселәренә рәхмәт. Был идея барлыҡҡа килгәндән алып аҙағынаса йүгереп йөрөгән старостабыҙ Дамир ҡустыға рәхмәт. Барыбыҙғала был ҡоролманың матурлығын күреп, һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Бынан бер нисә йыл элек үк ауылыбыҙҙың исеме яҙылған стела эшләтеү өсөн ауыл төркөмөнә иғлан яҙып, конкурс иғлан иткәйнек. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тип, Хәйҙәр Зиннәтуллиндың һыҙмаһында туҡталып, тап Миңлеғәле ағай менән староста Дамир Латыпов Әнүәр Шәрәфулла улы Йәнбирҙинға мөрәжәғәт итте. Тауҙар һәм ике ҡеүәтле йылға Шиҙе һәм Берғамыт һүрәтләнә унда. Шулай уҡ ырыуыбыҙ Юрматының ораны, ҡошо, тамғаһы, ағасы хаҡында мәғлүмәт һәм, әлбиттә, башҡорт халҡының ғорурлығы булған ҡурай тажы ла урын алған. Миңлеғәле ағай әйтмешләй, ҡағыҙҙағы һүрәтте ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн күпме фиҙаҡәр көс түгелгән. Ҡоро көс менән генә түгел, ә оло һөйөү менән башҡарылған эш икәне күҙгә бәрелеп, тыуған еребеҙҙе, тыуған ауылыбыҙҙы яратырға саҡырып тора төҫлө... Рәйфә Иманғолова.