🙌 Иҫке Һәйет ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Еңеүҙе яҡынайта
🙌 Иҫке Һәйет ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Еңеүҙе яҡынайта Иҫке Һәйет ауылы уңғандары берләшеп, фронттағы ир-егеттәребеҙ өсөн ямғырҙа ла, елдә лә һүнмәй торған шырпылар яһай. Был изге эшкә Асия Ямалова, Фәнилә Хәмитова, Фәнисә Исмәғилова, Ләлә Абдуллина, Гөлназ Вәлиева, Резеда Ҡoтоева һәм иң йәш ирекмән Мәликә ҡушылды. Был шырпылар окоптағы яугирҙарыбыҙға йылынырға булышлыҡ итәсәк.