🙌 Иғтибар һәм ярҙам мөһим
🙌 Иғтибар һәм ярҙам мөһим Муниципаль район хакимиәте мобилизацияланған яҡташтарҙың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итеү буйынса системалы эште дауам итә. - Беҙҙең адресҡа мобилизацияланған яугирҙың ҡатынынан мөрәжәғәт килде. Ғаилә башлығы 2022 йылдан махсус хәрби операция зонаһында Ватан именлеге мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итә, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин. - Яугирҙың ғаиләһе хужалыҡта физик ярҙамға мохтаж. Уның ҡатыны йорт янындағы сүп-сарҙы сығарырға һәм тирә-яҡты баҫҡан ҡыуаҡтарҙы киҫергә, үҫентеләрҙе йолҡорға ярҙам итеүҙе һораны. Рәмил Миңлеәхмәт улы билдәләүенсә, был йәһәттән барлыҡ кәрәкле эштәр ҙә башҡарылған. - Шуныһы мөһим: һәр һалдат та уның йорто һәм яҡындары ышаныслы һаҡ аҫтында икәнлеген белергә тейеш, - тип белдерҙе етәксе. Айһылыу Вахитова.