👍 Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!
👍 Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк! Хәйриә акцияһында ҡатнашҡан Артур Ниғмәтуллин менән уның йортонда осрашырға һөйләштек. Ҙур өй ҡапҡаһын асып инеү менән, төҙөк ихата, бейек болдор һәм төрлө емеш ағастары күҙгә салынды. Йорт хужаһы артынан эскә уҙғас, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән бәләкәй малай йылмайып ҡаршыға килде. Уны күргәс тә: “Йорт һалған, ағас ултыртҡан һәм ул тапҡан”, - тип уйлап ҡуйҙым. 🙌 Ысынында, Артур Илшат улы – шәхси эшҡыуар, ул автосервис асып, урындағы халыҡты хеҙмәтләндерә. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенә лә ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ҙур ярҙам күрһәтә. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-21/oshonday-ir-egett-r-bul-anda-auyl-y-sh-y-s-k-4847445