🚙 Юлдарыбыҙ имен булһын!
🚙 Юлдарыбыҙ имен булһын! Ҡарлар ауылы егете Фәиз Мәһәҙиев “Сервис Плюс” ойошмаһында эшләп йөрөй. Водитель булып эшләү тәжрибәһе 40 йылға яҡын. Техниканы биш бармағы кеүек белгән һөнәрмән ҡайҙа эшләһә лә хеҙмәттәштәре араһында тиҙ абруй ҡаҙана. Һәр машинаның двигателен һүтеп яңынан кире йыйған, иҫке техникаларға яңы ғүмер биргән, нимәгә генә тотонмаһын, уны еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарған белгескә ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк Нива, Уазик машиналарын ремонтлап биреүен һорай. Уларҙы йүнәтеп, рәткә килтергәс, үҙенә лә рулгә ултырып алып барып тапшырырға тәҡдим итәләр. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/care/2026-10-27/yuldaryby-imen-bul-yn-4852634