Ҡалыу-Айры ауылы клубы мөдире Нурсилә Булатова һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы махсус х...
Ҡалыу-Айры ауылы клубы мөдире Нурсилә Булатова һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ һәм госпиталдәрҙә дауаланыусы яралы һалдаттар өсөн 56 мендәр текте. Был изге эш — матди ярҙам ғына түгел, ә тыуған йорт йылыһы, һалдаттарыбыҙға ҡарата оло ихтирам, ярҙам һәм йөрәк йылыһы. - Һеҙҙең изге күңеллелегегеҙ, битараф булмауығыҙ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙ еңеүҙе яҡынайтырға һәм егеттәребеҙҙең тиҙерәк һауығыуына ярҙам итә. Йән тыныслығы, ҡоростай таҙалыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ һәм ҡайнап торған тормош дәрте теләйем! Изге үҙгәрештәргә юл асыусы ҡулдарығыҙ талмаһын, оло рәхмәт һеҙгә! - тип белдерҙе Ҡолғона ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Алик Хөрмәт улы Ямалов.