🙌 Яҡташтарға ярҙам ҡулдары
🙌 Яҡташтарға ярҙам ҡулдары Скворчиха һәм Алаҡай ауылдарында «Беҙ тыныслыҡ өсөн!» һәм «Беҙ булмаһаҡ, кем!» төркөмдәренең ирекмәндәре көн һайын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә. Был үҙенсәлекле ҡул эштәре хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмерен һәм хәрби техниканы һаҡлаусы мөһим ҡалҡан булып тора. Алғы һыҙыҡта уларға булған ихтыяж әле лә юғары. 💚 Ирекмәндәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре, изге күңелдәре һәм уртаҡ Еңеүгә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Розалиә Төхвәтуллина.