Иртәгә, 30 октябрҙә, «Торатау» ҡыҙҙары эш сәфәре буйынса Әхмәр ауылына юл тотасаҡ.
Иртәгә, 30 октябрҙә, «Торатау» ҡыҙҙары эш сәфәре буйынса Әхмәр ауылына юл тотасаҡ. Әхмәр, Ҡанаҡай ауылы халҡын 11.00 сәғәттә Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙең журналист ауылдаштарығыҙ менән күҙгә-күҙ осрашып, дуҫтарса һәм туғандарса йылы мөхиттә аралашыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында квитанциялар буйынса бүләк отош буласаҡ һәм мини-викторина ойоштороласаҡ. Кемдәр әлегә гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, осрашыу ваҡытында яҙылып буласаҡ.